Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Ғинуар 2021, 14:00

Тынысланырға нигеҙ юҡ

Ҡыш етеү менән, киҫкен респиратор инфекцияларҙың күпләп таралыуы менән бер рәттән, коронавирустың да әүҙемләшерен күҙаллағайнылар...

Ҡыш етеү менән, киҫкен респиратор инфекцияларҙың күпләп таралыуы менән бер рәттән, коронавирустың да әүҙемләшерен күҙаллағайнылар. Күреүебеҙсә, әлегә тынысланырға нигеҙ юҡ: ковид йоҡтороусылар көндән-көн арта бара.
Ә ҡәһәрле вирус артабан таралмаһын өсөн ҡәҙимге ҡағиҙәләрҙе үтәү зарур, сөнки уны еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө ныҡлы тәртип һәм аныҡ талаптарҙы үтәү менән генә индерергә мөмкин. Һүҙ битлек кейеү, санитар ҡағиҙәләрҙе үтәү тураһында бара.
Мәкерле сирҙең тиҙ генә бирешмәйәсәге асыҡ, статистика мәғлүмәттәре лә шуны күрһәтә. Быға халыҡтың эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәмәүе, санитария-гигиена талаптарын һанға һуҡмауы ла сәбәпсе. Инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн барыбыҙҙың да хәлде айыҡ баһалауы, битлек кейеүе, социаль арауыҡ һаҡлауы, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәүе шарт.
65 йәштән өлкнерәктәр өсөн үҙаллы ҡурсаланыу режимы ла һаҡлана (билдәле ваҡытта аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алыу, ойошмаларға мөрәжәғәт итеү, бәйләнеш хеҙмәте күрһәтеү осраҡтарынан тыш).
Ғөмүмән, ҙур мохтажлыҡ булмағанда, өлкән йәштәгеләргә өйҙән сыҡмаҫҡа, кешеләр менән аралашыуҙы сикләргә кәңәш ителде.

Йорт режимын күҙәтеү хроник сирлеләргә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарынан яфаланғандарға, иммунитеты түбән кешеләргә лә ҡағыла. Улар был ҡатмарлы осорҙа йәмәғәт урындарына барыуҙан тыйылып торорға тейеш.
Нисек кенә булмаһын, әлеге ваҡытта мәкерле сиргә ҡаршы тороу өсөн граж­дандарҙан яуаплылыҡ һәм билдәләнгән талаптарҙы үтәү талап ителә. Бы­ларҙың барыһы ла – фәҡәт беҙҙең именлек хаҡына.
Фото: rbc.ru
Читайте нас: