Сәләмәт булайыҡ
3 Ғинуар 2021, 19:30

Ҡаҙаныштар ҙа, маҡсаттар ҙа күп

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында йыл һөҙөмтәләрен барланылар. Министр Максим Забелин түбәндәге мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында йыл һөҙөмтәләрен барланылар. Министр Максим Забелин түбәндәге мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Төп ҡаҙаныштарҙы барлап үтәйек.
2020 йылда халыҡҡа сифатлы һәм ваҡытлы медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелгәне, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлау тармағының матди-техник базаһы ла һәр яҡлап нығытылыуы мәғлүм. Атап әйткәндә, республикала 94 яңы модулле ФАП ҡуйылған, авариялы хәлдәге өс табип амбулаторияһын алмаштырғандар. Муниципаль берәмектәрендә шулай уҡ 13 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән, төрлө сығанаҡтар ярҙамында тағы ла 10 ФАП сафҡа индерелгән.
Шулай уҡ былтыр күптән көтөлгән ваҡиға булды: Республика клиник онкология диспансерының яңы корпусы сафҡа индерелде. Салауат ҡалаһында ла күп функциялы дауахана асылыуын да күптән көтәләр ине. Октябрьский ҡалаһындағы 1-се дауахананың да яңы асылған хирургия корпусы халыҡ өсөн сифатлы хеҙмәт күрһәтә.
Әлбиттә, быйыл коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы тороу йәһәтенән бик ҙур эштәр башҡарылды. Шул уҡ ваҡытта башҡа йүнәлештәргә лә ныҡлы иғтибар бүленә. Мәҫәлән, 2020 йылда балалар үлеме күрһәткесе 11,5 процентҡа кәметелгән. Быйыл иһә түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу планлаштырыла:
кешеләрҙең ғүмер оҙайлығын арттырыу;
коронавирус инфекцияһы таралыуҙы кәметеү;
беренсел звеноны модернизациялау буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу;
“Һаулыҡ һаҡлау” һәм “Демография” милли проекттары буйынса маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү;
республикала күрһәтелгән медицина ярҙамының сифатын күтәреү; медицина белгестәренә ихтыяжды тәьмин итеү;
һаулыҡ һаҡлау учреждениелары базаларының матди-техник һәм ресурс базаһын нығытыу;
мәғлүмәти һәм телемедицина технологияларын үҫтереү; граждандарҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу системаһын формалаштырыу һәм насар ғәҙәттәрҙән арындырыу;
республика халҡын сифатлы дарыу препараттары менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү.
Фото: gtrk.tv
Читайте нас