Журналист Рафаэль Хәкимовтың хәле нисек? Яңы йыл алдынан уның үҙе теләп “Гам Ковид Ваг” препаратын ҡаҙатыуы тураһында белдек. Өҫтәүенә ул вакцинаның нисек тәьҫир итеүе тураһында тәфсирләп һөйләп барырға вәғәҙә бирҙе.
Иммунизациянан һуң тәүге 36 сәғәттә организмда хәлһеҙлек тойолоуы, прививка урыны ауыртыуы, аяҡ мускулдары һыҙлауы тураһында егет хәбәр иткәйне. Һөйөнөскә күрә, бындай хәл-торош үткән. ”Тәүге тәүлектә хәлһеҙлек тойҙом. Баҫҡыс буйлап күтәрелгәндә үҙеңде бейек тау үренә күтәрелгәндәй тояһың – ҡан баҫымы күтәрелә, һауа етешмәй. Көсһөҙлөк арҡаһында ашап ултырғанда аппетит кинәт юғала. Иҙәнгә ятҡы килә һәм һис тә хәрәкәтләнге килмәй, тик экспериментты башлағас, уны тамамларға ла кәрәк”, - ти Рафаэль.
Егеттең электрон почтаһына Һаулыҡ һаҡлау министрлығына отчет өсөн хәл-торошто һүрәтләгән көндәлекте тултырыуҙы һораған хәбәрҙәр килеп тора. Тәүге өс тәүлектә прививка урынын һыуларға ярамай, физик көсөргәнеш тә тыйыла.
”Таныштарым ике төркөмгә бүленде. Берәүҙәр вакцинаға ышанмай, ниңә ашыҡтың, препараттың кире эҙемтәләре булыуы ихтимал, ти. Икенселәр, ҡыйыулыҡ өсөн маҡтап, ҡулды ҡыҫа. Ниндәй генә мөнәсәбәттә булһалар ҙа, һәр береһенә борсолоуҙары өсөн рәхмәт белдерәм. Бөтәһе лә эксперимент хаҡына,” - ти Рафаэль Хәкимов.