Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына, “Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк программаһына ярашлы, Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһына электрон сират системаһы өсөн ҡорамал тапшырылды. Ул белгестәргә сиратҡа идара итеүҙе ҡулайлаштыра, хеҙмәтләндереүҙе көтөү ваҡытын ҡыҫҡарта.