Сәләмәт булайыҡ
6 Ғинуар 2021, 14:30

Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар күп

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 167 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 20077-гә етте.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 167 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 20077-гә етте.
Һауыҡҡандар – 15294 (һуңғы тәүлектә 13 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 149. Республика стационарҙарында – 715 (шул иҫәптән 50 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 11-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 3919 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 2060581 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 5725.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 242 кешелә асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 201 кеше дауахананан сығарылған.
Күреүебеҙсә, ҡәһәрле вирус ҡорбандары рәтен киңәйтеүен дауам итә. Шуға ла һаҡ булырға, байрамдар осоронда санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡырабыҙ.
Фото: rbk.ru
Читайте нас