Сәләмәт булайыҡ
7 Ғинуар 2021, 12:00

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Саңғыла йөрөгәндә гүзәл заттарға косметика ҡулланырға яраймы?

Саңғыла йөрөү сәләмәтлекте нығыта, тәндең һығылмалылығын, хәрәкәтләнеүсәнлеген арттырыуға булышлыҡ итә. Көн ҡояшлы икән, ҡара күҙлек кейергә онотмағыҙ: аҡ ҡар ҡояшта түҙеп торғоһоҙ ялтырай һәм күҙ ҡабаҡтары ҡыҫыла, күҙ тирәһендә йыйырсыҡтар барлыҡҡа килә. Көн үтә һыуыҡ булмаһа, битте таҙа ҡар менән ышҡып алыу кәйефте күтәрер.
Саңғыла йөрөгәндә биткә пудра һөртөү, күҙ тирәһен буяу кәрәкмәй. Был бары тик зыян килтерә. Ә бына иренгә майлыраҡ помада килешер, ул ныҡ кипмәҫ һәм ярылмаҫ. Башығыҙға мотлаҡ кейеп йөрөгөҙ, сөнки һыуыҡтан сәс һына һәм ҡойола башлауы мөмкин.
Ҡыш айҙарында рәхәтләнеп саңғыла шыуыу, аҡ ҡарҙан яңы юлдар ярыу- сәләмәтлегегеҙҙе генә арттырмаҫ, ә кәйефегеҙҙе күтәрер, йөҙҙәрегеҙгә бер аҙ алһыулыҡ та өҫтәр.
Фото: the-challenger.ru
Читайте нас