Түбәндәге аҙыҡ-түлек, йәшелсә-емеш, үләндәр иммунитетты нығыта, организмдың төрлө вирустарға ҡаршы тороуына булышлыҡ итә, ти белгестәр.
Помидор. Ул антиоксидант булған каротинға бай. Был матдә организмдың иммун системаһын нығытыуға булышлыҡ итә. Ғилми тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, иммунитетты нығытыу йәһәтенән каротин, Е витамины менән сағыштырғанда, күпкә һөҙөмтәлерәк икән.
Банан. Ундағы В6 витамины иммун системаһына ыңғай йоғонто яһай. Бынан тыш, В6 витамины бөйөрҙәге таштарҙы һәм йоҡоһоҙлоҡто булдырмау өсөн файҙалы. Әйткәндәй, ике банан – көндәлек норма булған 2 миллиграм В6 витамины сығанағы.
Дегәнәк. Коллаген синтезын көсәйтә һәм организмдағы күҙәнәктәрҙең йәшәү һәләтен күтәрә. Бынан тыш, ул күҙәнәктәрҙең үҫешенә булышлыҡ итә, ҡандағы лейкоциттар һәм тромбоциттар күләмен арттыра. Был иһә иммунитетты нығытыу һәм онкология сирҙәрен иҫкәртеү өсөн кәрәк.
Прополис. Тирене дымландырыуға булышлыҡ итә, мускулдар массаһын үҫтерә, шешенеүгә ҡаршы торорға һәм һыҙланыуҙы кәметергә булышлыҡ итә. Өҫтәүенә прополис – көслө иммуностимулятор. Төрлө вирустарҙы һәм бактерияларҙы юҡ итергә ярҙам итә, ә был иммун системаһы өсөн мотлаҡ.
Бәшмәк. Лейкоциттарҙың барлыҡҡа килеү һәм йәшәү мөмкинлеген арттыра, организмдың төрлө сирҙәргә ҡаршы тороуына булышлыҡ итә.
Папайя. Ул хатта кипкән килеш тә файҙалы. Ул иммунитетты нығытып ҡына ҡалмай, төрлө бактерияларға, вирустарға ҡаршы торорға, ҡан әйләнешен көйләргә, организмды йәшәртергә ярҙам итә.
Үрҙә әйтелгәндәрҙең барыһы ла кәңәш кенә. Һәр кемдең организмы үҙенсәлекле, шуға күрә күңелегеҙгә ятҡан ризыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ, шул уҡ ваҡытта сәләмәт туҡланыу тураһында ла онотмағыҙ.