Сәләмәт булайыҡ
8 Ғинуар 2021, 14:15

Тағы ике кеше вафат

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 165 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 20407-гә етте.
Һауыҡҡандар – 15 351 (һуңғы тәүлектә 16 кеше өҫтәлгән).
Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 154.
Һуңғы тәүлектә тағы ике кеше вафат.
Республика стационарҙарында – 699 (шул иҫәптән 46 кеше ауыр хәлдә, 11-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 4203 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 2 078 819 тикшереү үткәрелгән, һуңғы тәүлектә – 7992.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 207 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 182 пациент дауахананан сығарылған.
Ҡәһәрле коронавирус өсөн байрам да, ял да, йәше лә, ҡарты ла юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тажлы зәхмәт ҡорбандары рәтен киңәйтеүен дауам итә. Шуға ла һаҡ булырға, байрамдар осоронда санитар -эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡырабыҙ! Беҙҙең именлек - беҙҙең ҡулда!
Фото: lenta.ru
Читайте нас