Сәләмәт булайыҡ
10 Января 2021, 16:30

Артур Зарипов үҙен яҡшы тоя

Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә нимә хаҡында хәбәр итте?

Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов республикалағы ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтары араһында беренсе булып коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан. Был турала Артур Мөхлис улы “Бәйләнештә” селтәрендә хәбәр иткән.
"Шулай итеп, коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләттем, – тип башлаған яҙмаһын Артур Зарипов. – Әҙерәк һөйләп үтәм, кемдәргәлер файҙаһы тейер. Вакцина ике өлөштән тора. Беренсеһен яһатҡандан һуң 21 көн үткәс, икенсеһен эшләтәһең. Миңә тәүге вакцинаны 18 декабрь яһанылар, икенсеһен – кисә. Был аҙымға үҙемдең теләгем менән барҙым, бер кем дә өгөтләмәне. Эш буйынса күп кеше менән аралашырға тура килә, шуға күрә һаҡланырға уйланым. Баҡтиһәң, уның һис тә ҡурҡынысы юҡ, үҙемде бик яҡшы тоям. Вакцинация осоронда табиптарҙың тулы күҙәтеүе аҫтында булдым".
Артур Мөхлис улы белдереүенсә, вакцинанан һуң өс көн һуҙымында спиртлы эсемлектәр ҡулланырға, укол урынын еүешләргә ярамай. Алкоголь уға ят күренеш, ә бына мунса инеүҙән саҡ ҡына тыйылып торорға кәрәк.
Әлбиттә, коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеү-эшләтмәү һәр кемдең үҙ иркендә, был йәһәттән бер кемде лә өгөтләү юҡ.
Фото: А. Зариповтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.
Читайте нас