Республика оператив штабының рәсми мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһынан йәнә бер пациенттың вафат булыуы билдәле булды. Пандемия осоронда ковидтан һәләк булғандар һаны 155-кә етте.
Һуңғы тәүлектә инфекцияны йоҡторғандар 165-кә артып, бөтәһе 20736 кеше тәшкил итте. 74 ауырыу һауыҡҡан. Әле 671 пациент - стационарҙарҙа, 4430 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 22851 кешенең сирҙе йоҡтороуы асыҡланған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 456 ауырыуға табиптар ярҙам итә алмаған. Ошо уҡ ваҡыт арауығында 24080 ауырыу һауыҡҡан.
Мәкерле вирус сигенергә уйламай, һаман да таралыуын дауам итә. Уны еңеү өсөн табиптарҙың ғына тырышлығы етмәүе билдәле, барыбыҙҙың да Роспотребнадзор ҡуйған талаптарҙы теүәл үтәүе кәрәк. Үҙебеҙҙе генә түгел, яҡындарыбыҙҙы ла һаҡлау сараһын күреү, битлек режимын үтәү бөгөн бик мөһим.