Бер йәшлек кенә сағында Толяның муйын өлөшөндә табиптар шеш тапҡан. Хәҙер уның бер күҙе күрмәй һәм бер ҡулы хәрәкәтләнмәй. Малайға ике йәш, әле уның ҡатмарлы дауаланыу тарихы дауам итә. Уға һауығыу өсөн ҡиммәтле препараттар кәрәк.
Ирекмән Регина Биргулиева, дарыуҙы бушлай алып булмағас, яңынан аҡса йыйыу тураһында иғлан итә. 90 мең һум торған препарат ни бары бер айға иҫәпләнгән. Аҡса йыйыу хаҡындағы хәбәр социаль селтәрҙә күренеү менән малайға ярҙам итергә теләүсе табыла. Регина менән бәйләнешкә Өфө сауҙа үҙәктәре директорҙарының береһе сығып, дарыу алырға ярҙам итеүен белдерә.
- Тик мин бер нимәне аңламайым, ҡасанға саҡлы беҙ сабыйға аҡса йыйыу менән шөғөлләнәсәкбеҙ? 2020 йылдың апреленән бала дарыуһыҙ интегә. Бер йыл булып килә, тик дарыу һаман да юҡ, - ти Регина.