Сәләмәт булайыҡ
9 Ғинуар 2021, 19:00

Вафат булғандар теркәлмәгән

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 164 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 20 571-гә етте.
Һауыҡҡандар – 15 406 (һуңғы тәүлектә 55 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 154. Һуңғы тәүлектә вафат булыусылар теркәлмәгән.
Республика стационарҙарында 699 (шул иҫәптән 45 кеше ауыр хәлдә, 11-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 4312 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 2089388 тикшереү үткәрелгән, һуңғы тәүлектә – 10569.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 201 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 210 пациент дауахананан сығарылған.
Фото: BashNews
Читайте нас