COVID-19 пандемияһы Башҡортостандың Мотлаҡ медицина страховкалауы өлкәһендәге проблемаларҙы асыҡтан-асыҡ күрһәтте. Страховкалау компанияһының төп мәсьәләләренең береһе — күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын тәьмин итеү.
“2020 йылдың 9 айындағы һөҙөмтәләр буйынса республикала күрһәтелгән медицина хеҙмәттәренә экспертиза үткәреүҙе һорап Рәсәй Мотлаҡ медицина страховкалауы компанияһының Өфө филиалына мөрәжәғәт итеүҙәрҙең 60 проценты нигеҙле тип табылған. Был медицина ойошмалары эшендә етешһеҙлектәр булыуын, дөрөҫ дауалау билдәләнмәүен, йә дөрөҫ күләмдә ярҙам күрһәтелмәүен аңлата “, – тип белдерә төбәк Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, страховкалау компанияһының Өфө филиалы етәксеһе Диана Фәрәхова.
Шуныһы ла бар: 2020 йылда страховкалау компанияһына мөрәжәғәттәр һаны, 2019 менән сағыштырғанда, ике тапҡыр күберәк булған, ә йылдың аҙаҡҡы кварталында өс тапҡырға артҡан.
Белгес билдәләүенсә, республика кешеләре коронавирус инфекцияһы билдәләре булғанда ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, нисек дауаланырға, нисек ярҙам алырға кеүек һорауҙар менән дә ҡыҙыҡһына, шулай уҡ медицина ойошмалары бушлай күрһәтелергә тейешле хеҙмәттәр өсөн аҡса алыу осраҡтарын да телгә ала.