Иртәгә - Бөтә донъя рәхмәт көнө. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ошо көнгә ҡарата “Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт” акцияһын үткәрә.
Республика халҡы асыҡтан-асыҡ табиптарға, фельдшерҙарға, шәфҡәт туташтарына фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн үҙҙәренең социаль селтәрҙәрҙәге биттәрендә, #cпасибомедикамрб хештегы менән видео йәки текст ҡуйып, рәхмәт белдерә ала.
Эйе, табиптар – беҙҙең заман геройҙары! Һәр ғүмер өсөн улар яуап бирә. Күҙгә күренмәгән фронттың алғы һыҙығында эшләгәндәр айырыуса ҙур баһаға лайыҡ. Бөтә “рәхмәт”тәр ведомствоның сайтында тупланасаҡ.
Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр, ти халыҡ. Рәхмәт әйтеү бер-береңә иғтибар, ихтирам тигән һүҙ, уны ишетеү күңелде күтәрә, шатлыҡ өҫтәй. Психологтарҙың билдәләүенсә, рәхмәт - тылсымлы һүҙ, тынысландыра, йылыта, сәләмәтлекте яҡшырта. Тик ул ысын күңелдән әйтелһен, бөтә йөрәктән сыҡһын! Хеҙмәттәштәребеҙгә, яҡындарыбыҙға, күршеләребеҙгә рәхмәт әйтергә онотмайыҡ!