Бөгөн Бөтә донъя рәхмәт көнө билдәләнә. Хәбәр итеүебеҙсә, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был көндә “Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт” тигән акция ойошторҙо.
Төбәк халҡы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә #спасибомедикамрб тигән хештег менән видео йәки яҙма ҡалдырҙы. Унда дөйөм республика табиптарына йәки аныҡ белгескә мөрәжәғәт итеп, рәхмәт белдерҙеләр. Социаль селтәрҙәрҙә рәхмәт һүҙҙәре менән йөҙҙән ашыу пост ҡуйылды.
“Халыҡ-ара рәхмәт көнөндә баш ҡаланың Ленин районындағы 44-се поликлиниканың процедура кабинеты шәфҡәт туташы Снежана Ғәлләмоваға ихлас рәхмәтемде әйтәм. Юғары класлы белгес, үҙенең хеҙмәтенә тоғро, 20 йылдан ашыу халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә. Иң ауыр пациенттар менән дә психологик бәйләнеш булдыра белә. "Веналары юҡ" тигән нәмәне ул белмәй. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт!” тип яҙа Александра Кондукторова.
Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбе уҡыусылары былай тип яҙҙы: “Хөрмәтле Лилиә Рәшит ҡыҙы һәм медицинаға ҡағылышы булған барлыҡ аҡ халатлылар! Һөнәри оҫталығығыҙ, ярҙамығыҙ, иғтибарлы ҡарашығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең кеүек компетентлы, уңған һәм талантлы, битараф булмаған кешеләрҙең ошо иң кәрәк урында эшләүе – ҙур бәхет. Һеҙҙең сабырлығығыҙ, ярҙамсыллығығыҙ, аңлап тороуығыҙ, хәстәрегеҙ, изге күңелегеҙ медицина процедураларына ҡарағанда яҡшыраҡ дауалай. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер, эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек алыуығыҙҙы теләйбеҙ. Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ!”
Йәш рәссамдар COVID-19 менән көрәшкән табиптарға арнап бик күп матур йырҙар, һүрәттәр, ҡул эштәре ҡуйған. Мәҫәлән, Дүртөйлө ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютының социаль реабилитация төркөмөндә тәрбиәләүселәр шулай уҡ акцияға ҡушылған һәм эштәрен Ағиҙел ҡалаһы дауаханаһы медицина персоналына тапшырған. Әлшәй үҙәк балалар китапханаһы бәләкәй уҡыусылары менән берлектә Корней Чуковскийҙың “Айболит” шиғырына йәнһүрәт төшөргән.
Ошоноң кеүек ихлас рәхмәт һүҙҙәре, иғтибар билдәләре бик күп булды. Ысынлап та, рәхмәт һеҙгә, аҡ халатлылар!