“Беҙ бергә” хәрәкәтенең Сибайҙағы ирекмәндәр штабы ағзалары “Оло кешеләргә ҡар таҙартырға ярҙам ит” акцияһына ҡушылған. Әйтергә кәрәк, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән оло йәштәге яңғыҙ кешеләр өсөн был - ҙур ярҙам.
“Тиҫтер” үҙәгенең йәштәр менән эшләү буйынса белгесе Айгөл Ғәбитова әйтеүенсә, ирекмәндәр шулай уҡ “Анна” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе – Анна Хачина) әҙерләгән аш-һыуҙы таратыуҙы ла дауам итә. Улар ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә тәғәйенләнгән.
Байрам осоронда 90 йылы аш комплекты тапшырылған.
Ирекмәндәр ғаризалар буйынса дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек тә алып бара. Кешеләрҙең рәхмәте – улар өсөн көс һәм илһам сығанағы.
"Көн һайын беҙ оло йәштәге йә инвалид булған мохтаждар өсөн 12 порция аш-һыу әҙерләйбеҙ. Мәрхәмәтлелек менән эпидемиологик хәл ҡырҡыулышҡандан алып шөғөлләнәбеҙ. Әйткәндәй, беҙҙең предприятие пандемия эҙемтәләренән һаман ҡотола алмай. Әммә эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Яңы йылда иһә мохтаждар өсөн байрам аш-һыуы әҙерләнек. Бер тапҡыр ҡуллана торған пластик һауыт-һаба менән эшҡыуар Рауил Ҡоҙаҡаев тәьмин итә", – ти “Анна” кафеһы директоры урынбаҫары Елена Хачина.
...Сибайҙа йәшәгән Гүзәл ханым “Тиҫтер” штабына хат яҙып ебәргән, йылы аш-һыу өсөн оло рәхмәтен еткергән. Диабет менән сирләгән өлкән йәштәге апай, икмәк тә килтерһәләр, тағы ла шәп булыр ине, тип үтенә.
Италияла йәшәгән Дилә Хөснөтдинова иһә рәхмәт һүҙҙәрен социаль селтәрҙә яҙып ҡалдырған. Уның 79 йәшлек әсәһе яңғыҙ тора икән, шуға ла ул яҡынына кәрәк-яраҡ алып барыуҙы үтенгән. Ирекмәндәр бар теләктәрен дә үтәгән.
Беренсе төркөм инвалиды Эдуард Лобачев иһә 31 декабрҙә “Анна” кафеһында әҙерләнгән тәмле турамаларҙы алып шатланған. Ул да пандемия осоронда башҡаларға көсөн, йән йылыһын бүлгән ирекмәндәргә, эшҡыуарҙарға сикһеҙ рәхмәтле.
Фотолар "Беҙ бергә" хәрәкәте төркөмөнән.