Республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар 21 068-гә етте. Әлегә 5 067 ауырыу дауалана, шуларҙың 614-е стационарҙарҙа.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 12 ғинуарға биргән мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡторғандар 167 кешегә артҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вирус ҡорбандары икәүгә күбәйеп, барлығы 159–ға етте.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә коронавирусты 22 934 кеше эләктергәне раҫланған. Илдә әле 559 969 ауырыу дауалана. Тәүлек эсендә 24 755 ауырыу һауыҡҡан, 531 пациент вафат булған.
“Роспотребнадзор” оҙаҡламай киҙеү башланыу ихтималлығы тураһында ла иҫкәртә. Республика халҡының 60 проценты унан прививка яһатҡан. Был – яҡшы күрһәткес. Шулай ҙа республикала санитар-эпидемиологик хәл көсөргәнешле булып ҡала. “Роспотребнадзор” талаптарын үтәү - элеккесә көнүҙәк бурыстарҙың береһе.