Сәләмәт булайыҡ
11 Ғинуар 2021, 19:30

“Мин дә мотлаҡ яһатасаҡмын!”

Медицина фәндәре докторы Камил Ганцев коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау үҙенсәлектәре менән таныштырҙы, көнүҙәк һорауға асыҡлыҡ индерҙе.

Әлеге ваҡытта коронавирусҡа ҡаршы "Спутник V" вакцинаһын Рәсәйҙә алты урында етештерәләр, тиҙҙән етенсе майҙансыҡ сафҡа инәсәк, тип хәбәр итә ТАСС агентлығы. Унан тыш, Рәсәй вакцинаһын бихисап сит илдәр ҙә һатып алырға теләй, ә беҙҙең илдә кешеләрҙе күпләп вакцинациялау кампанияһы йыл башынан йәйелдерелде.
Ошоға бәйле үҙ фекере менән Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһының һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, мәрхәмәтлелек, балалыҡ һәм ғаилә мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе, табип-онколог, медицина фәндәре докторы Камил ГАНЦЕВ бүлеште:

"Вакцинациялау — инфекциялы сирҙәрҙе иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле юлдарының береһе, маҡсаты – яһалма иммунитет тыуҙырыу. Ошо юл менән организмды коронавирустан һаҡларға мөмкин.
“Спутник V” ватан вакцинаһы сифатлы кимәлен күрһәтә. Быны сит илдәрҙән дә уға күпләп заказ бирелеүе иҫбатлай.
Республикала вакцинация декабрҙә башланды, Гамалея фәнни-тикшеренеү үҙәге етештергән ике компонентлы Гам-КОВИД-Вак векторлы вакцинаһының 1200 дозанан торған тәүге партияһы килтерелде һәм төбәктә коронавирустан вакцинация башланыуы тураһында хәбәр иттеләр.
Иммунизациялау ирекле формала үткәрелә. Тәүге сиратта республиканың медицина һәм мәғариф ойошмаһы хеҙмәткәрҙәренә прививка эшләнә. Ә халыҡты күпләп вакцинациялау 2021 йылдың ғинуарынан башланасаҡ, тип белдергәйне төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Үҙҙәре теләп вакцинация үткәндәр ҙә юҡ түгел: улар араһында республика Башлығы Радий Хәбиров, журналист Рафаэль Хәкимов һәм башҡалар бар.
Препарат район һәм ҡалалар буйынса таратып бирелгән, социаль өлкәлә эшләгән кешеләрҙе, ирекмәндәрҙе, сауҙа өлкәһендә мәшғүлдәрҙе артабан да әүҙем вакцинациялау мөһим, тип иҫәпләйем. Әйткәндәй, Бөйөк Британияла оло йәштәгеләргә вакцина яһау – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ла был мәсьәләгә иғтибар иттеләр һәм былтыр декабрҙән "Спутник V" вакцинаһын яһатыуҙа 60 йәшен үткән кешеләргә ҡатнашырға рөхсәт ителде.
Йәмғиәттә вакцинациянан ниндәйҙер ҡурҡыу йәшәп килә, кешеләр билдәһеҙлектән шомлана.
Эйе, вакцина яңы, әммә уның һөҙөмтәлелеге иҫбатланған. Әлеге ваҡытта ҡәһәрле вирустан йәмғиәтте фәҡәт ул ғына ҡотҡара ала. Ә инфекция таралыуын дауам итә, шуға ла вакцинациянан ҡурҡырға ярамай! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!” – тип белдерҙе билдәле табип.
Үҙенә килгәндә, Камил Ганцев әлегә прививка яһатмаған, сөнки организмында коронавирусҡа ҡаршы антиматдәләр бар. Әммә һуңыраҡ мотлаҡ эшләтәм, тип белдерә фән докторы.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас