Ниһайәт, ҡаты сирле балаларҙы дауалау буйынса яңы аҙым яһалды. Быға тиклем уларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн ҡиммәтле дарыуҙарҙы ҡайҙан алырға белмәй ары-бире һуғылған ата-әсәгә яңы мөмкинлек асыла.
Республикала 11 ғинуарҙан “Дөрөҫ йүнәлеш” тип аталған хәйриә хеҙмәте эш башланы. Ауыр сирле сабыйҙары өсөн тәғәйенләнгән дауаны түләй алмаған ата-әсә ошо "ҡыҙыу линия"ға мөрәжәғәт итә ала.
Хеҙмәт белгестәре социаль яҡтан яҡланмаған граждандарға дәүләт, хәйриә фондтары, эре компаниялар иҫәбенә дауаға түләүҙә бушлай ярҙам итәсәк. "Ҡыҙыу линия"ның телефоны: 8-800 303 303 0, эш ваҡыты - сәғәт иртәнге 10-дан киске 7-гә тиклем.
Шуныһы мөһим: бары 18 йәшкә тиклемге балаларҙың законлы вәкилдәре, Рәсәй Федерацияһы граждандары ғына мөрәжәғәт итә ала. Тәүҙә медицина документтары тикшереләсәк. Проекттың рәсми сайты - vernar.ru
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.