Коронавирусҡа ҡаршы вакцинация тураһында нимәләрҙе белергә кәрәк? “Башинформ” агентлығы ошо хаҡта күп яҡлы мәғлүмәт әҙерләгән. Беҙ һеҙгә шуны тәҡдим итәбеҙ.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш эпидемиологы, медицина фәндәре докторы, БДМУ-ның эпидемиология кафедраһы мөдире Азат Мөхәмәтйәнов түбәндәге мәғлүмәт менән бүлешкән.
Әйтеүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанға 14 мең вакцина дозаһы ҡайтарылған, ә йыл аҙағына тиклем был күләм бер миллионға тиклем еткереләсәк. Әле 7500 самаһы кешегә прививка яһалған, тәү сиратта һүҙ табиптар, уҡытыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, социаль тармаҡта эшләүселәр хаҡында бара.
Киң вакцинациялау кампанияһы Владимир Путин ҡушыуы буйынса 18 ғинуарҙан башлана.
Әммә тиҙерәк яһатыу өсөн сират алам тип ҡабаланырға ярамай – әле тәртибе билдәләнә һәм был хаҡта мотлаҡ халыҡҡа еткереләсәк.
Башҡортостанда, ғөмүмән, ике миллион кешегә прививка яһарға ниәтләйҙәр: был эпидемияны туҡтатырлыҡ коллектив иммунитет тыуҙырыу өсөн кәрәк. Инъекция икәү – өс аҙна интервал менән яһала. Тәүгеһенән һуң организмда антиматдәләр хасил була, икенсеһенән һуң һөҙөмтә нығытыла, 42-се көнгә ныҡлы иммунитет барлыҡҡа килә. Вакцинаның һөҙөмтәлелеге – 95 проценттан ашыу. Әйткәндәй, коронавирустан прививка бушлай яһала.
Бығаса, әгәр ҙә кеше сирләгән һәм организмында антиматдәләр бар икән, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы прививка яһауҙы кисектереп торорға тәҡдим итә ине. Мәгәр бер нисә айлыҡ тәжрибәне өйрәнгәндән һуң Мәскәү табиптары “Спутник V” вакцинаһын бығаса сирләгән кешеләргә лә яһай.
Әммә прививка эшләтер алдынан был хаҡта мотлаҡ табипҡа әйтергә кәрәк. Ҡарарҙы ул ҡабул итә һәм өҫтәмә анализдар тапшырырға ебәреүе ихтимал.