Сәләмәт булайыҡ
13 Ғинуар 2021, 17:30

Тағы ла ике кеше вафат

Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 167 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған. Пневмонияға килгәндә...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 167 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 21 235-кә етте. Һауыҡҡандар – 16 001 (һуңғы тәүлектә 149 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 161. Һуңғы тәүлектә тағы ике кеше вафат.
Республика стационарҙарында – 737 (шул иҫәптән 74 кеше ауыр хәлдә, 14-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 4336 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 2 128 509 тикшереү үткәрелгән, һуңғы тәүлектә – 11 931.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 321 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 168 пациент дауахананан сығарылған.
Фото: rbk.ru
Читайте нас