Баш ҡалалағы 10-сы клиник дауахананың баш табибы урынбаҫары Денис Васильев та ошо көндәрҙә коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.
"Былтыр октябрҙән беҙҙең учреждениеның бер корпусы инфекция госпитале булараҡ эшләй. Беҙ хеҙмәттәштәр менән даими “ҡыҙыл зона”ла булабыҙ, шуға вакцинаны көтә инек. Беренсе партия табиптар өсөн булғас, беҙ шунда уҡ ризалыҡ бирҙек.
Беҙҙең инфекциялы ауырыуҙарҙы дауалау мәктәбе көслө тармаҡ булараҡ советтар заманынан билдәле, вакциналар эшләү институттарында эшләгән вирусологтар донъялағы иң көслө белгестәр тип иҫәпләнә, шуға ла уларға ышанырға мөмкин.
Миңә ике компонентты ла эшләнеләр. Кире тәьҫирен тойманым. Ҡатыным да – табип. Вакцинанан һуң уның бер аҙ температураһы күтәрелде, әммә ҡурҡыныс түгел. Тиҙҙән организмдағы антиматдәләрҙе тикшерергә барам", - тине Д. Васильев.
Ғөмүмән, вакцинациялауға әҙерлек нисек була? Прививка алдынан кешене табип ҡарай: температураны үлсәй, дарыуҙарға аллергия бармы-юҡмы икәнлеген асыҡлай. Коронавирус инфекцияһына тест тапшырыу кәрәк түгел.
Әйткәндәй, был ғәмәлдән бөтә донъяла баш тарталар.
Иң мөһиме - коронавируслы кеше менән аралашыу булмаһын, йыл эсендә инфаркт йәки инсульт кисергән осраҡта, туберкулез, яман шеш, В һәм С гепатиттары, сифилис, ВИЧ асыҡланғанда ла прививка тыйыла. Әсә булырға йыйынған ҡатын-ҡыҙҙар прививка алдынан ауырлы булыуын белеү өсөн тест яһатыуы ла мөһим. Шулай уҡ вакцинация алдынан һәм эшләгәндән һуң бер нисә көн алкоголь ҡулланырға ярамай. Был иҫкәртеүҙәр ауыр эҙемтәгә килтерә тигәнде аңлатмай, ул бик үк яҡшынан булмаған реакция тыуыу хәүефен арттырыусы ғәмәлдәр генә.