Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары әүҙем рәүештә коронавирусҡа ҡаршы вакцина һалдыра башланы. Беренселәрҙән булып прививкаға Владимир Нагорный, Раил Әсәҙуллин, Яков Ҡуғубаев һәм Илһам Ғәлин яҙылған.
Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың матбуғат секретары Илгиз Абдуллин белдереүенсә, спикер Константин Толкачев шулай уҡ дөйөм сират тартибендә вакцина һалдырырға йыйына.
- Быны дөйөм сират тәртибендә эшләргә уйлайым. Эшем даими осрашыуҙар һәм кешеләр менән аралашыуҙы талап итә. Әле беҙ йәшәгән сикләүҙәрҙе тиҙерәк ғәмәлдән сығарырға һәм нормаль эш тәртибенә ҡайтарырға кәрәк. Коронавирустың үҙен нисек күрһәтере билдәле түгел, ауыр эҙемтәләре лә күп. Шуға күрә вакцина кәрәк, - тине Константин Толкачев.
Республика парламентының дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитете рәйесе Владимир Нагорный белдереүенсә, коронавирус кеше организмына ҙур зыян килтерә, шуға күрә прививка ҡуйҙырыу граждандың хоҡуғы түгел, ә мөһим бурысы. “Һүҙ үҙ һаулығың тураһында ғына бармай, ә вирусты башҡаларға күсереүең ихтималлығы тураһында ла бит. Үҙемә килгәндә, ғүмерем буйы барлыҡ кәрәкле прививкаларҙы һалдырып килдем. Шуға күрә коронавирустан эшләргәме, юҡмы тигән һорау торманы. Мөмкинлек булыу менән яҙылдым”, - тине ул.
Раил Әсәҙуллин да был йәһәттән үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
- Минең йәшем 65-тән өлкәндәргә ҡарай һәм ҡайһы берәүҙәр был йәштә прививка ҡуйҙырыу кәрәкмәй тип иҫәпләй. Тик минең эшем – парламент эшмәкәрлеге, даими кешеләр менән осрашырға кәрәк. Шуға күрә һәр ваҡыт изоляцияла ултырыу дөрөҫ түгел. Тик сир сығанағы булыу йәки ауырып китеү кәрәк түгел. Үҙемде генә түгел, башҡаларҙы ла хәүефкә тарттырмау өсөн прививка ҡуйырға булдым, - тине ул.
Башҡа депутаттар ҙа фекерен белдерҙе һәм прививка яһау мөһим аҙым тип белдерҙе.
Билдәле булыуынса, вакцинаны Радий Хәбиров тәүгеләрҙән булып һалдырҙы. Ошо көндәрҙә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин менән һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин да ҡаҙатты.