Бөгөн Йылайыр районының Сидоровка ауылы халҡы ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе: уларҙа өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Тантанала район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов һәм башҡалар ҡатнашты.
"Йылды ҡыуаныслы ваҡиғалар менән башлайбыҙ. Сидоровка ауылы халҡы өсөн бар уңайлыҡтары булған өр-яңы медицина учреждениеһы сафҡа инеүен күптән көттөк. Яңы ФАП "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты бурыстарына ярашлы төҙөлдө. Халыҡты "Ауыл фельдшеры" программаһы буйынса эшкә ҡайтҡан Ләлә Байғужина ҡабул итәсәк. Ауыл ҙурмы, бәләкәйме - уныһы мөһим түгел, әммә унда йәшәгәндәрҙең барыһына ла заман талаптарына яуап биргән медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ теләйем", - тине Борис Мелкоедов.
Ауылда күпселек оло йәштәгеләр ғүмер итә, яңы ФАП барлығы 184 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Элек урындағы халыҡ медицина ярҙамы алыу өсөн Матрайҙағы табип амбулаторияһына йөрөһә, хәҙер бөтә мөмкинлектәр үҙҙәрендә. Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктында сирлеләр өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған. Фельдшер бүлмәһендә, пациенттарҙы ҡарау, процедура кабинеттарында бөтөн шарттар тыуҙырылған.
"Яңы йылға ҙур бүләк алдыҡ. Заман талаптарына яуап биргән өр-яңы модулле ФАП-ты төҙөгән барлыҡ эшселәргә, район етәкселегенә оло рәхмәт", - ти ауыл халҡы.
Фото: Борис Мелкоедовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.