Сәләмәт булайыҡ
15 Ғинуар 2021, 20:15

“Үҙебеҙҙе лә, яҡындарыбыҙҙы ла ҡурсаланыҡ”

- Прививканан һуң тәүге көндә бер аҙ һыҙландым, парацетамол эстем. Вакцина эшләтеп, үҙемде генә түгел, яҡындарымды ла бәләнән араланым.

Айгөл Мөхәмәтйәнова йылға яҡын үҙенең пациенттарын махсус костюм кейеп ҡаршылай. Ул кисектергеһеҙ ярҙам хеҙмәтендә пандемияның тәүге көндәренән алып коронавирус йоҡтороуға шик тыуғандар менән эшләй.
Махсус бокс коридорында көнөнә 50-60 кеше лә йыйылып китә, шуға ла һаҡланырға кәрәклеген уға аңлатып тораһы түгел. Табип вакцинациялау башланғанын түҙемһеҙлек менән көткән. Ике этабын да еңел үткәргән, һәр саҡ эш урынында булған.
“Прививканан һуң тәүге көндә бер аҙ һыҙланып алдым, парацетамол эстем. Вакцина эшләтеп, үҙемде генә түгел, яҡындарымды ла бәләнән араланым”, - ти Айгөл Мөхәмәтйәнова.
Мәғлүм булыуынса, коронавирусҡа ҡаршы тәүге 42 вакцина былтыр сентябрҙә үк яһалғайны. Береселәрҙән булып “ҡыҙыл зона”ла эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә эшләнеләр.
Шәфҡәт туташы Ирина Евсеева ла вакцинациялауҙың ике этабын да үткән. Ул үҙен яҡшы тоя, прививканың эҙемтәләрен бөтөнләй тоймаған.
Билдәле булыуынса, вакцинация алдынан терапевт тикшерә. Прививка өс аҙна интервал менән ике этапта яһала. Беренсеһенән һуң гумораль иммунитет барлыҡҡа килә, йәғни һаҡлаусы антиматдәләр хасил була. Икенсеһен яһағандан һуң һөҙөмтә нығытыла, тотороҡло һәм оҙайлы күҙәнәк кимәлендәге иммунитет барлыҡҡа килә.
Ультратауыш диагностикаһы табибы Инесса Әхмәҙуллина иһә вакцинациялауҙы бер аҙ тулҡынланыу менән ҡабул иткән, кире эҙемтәләренән ҡурҡҡан. Шөкөр, шомланыуы бушҡа булған – беренсе вакцинациялауҙан һуң ул әле эш урынында. “Бер аҙ хәлһеҙлек булды, әммә көйөрлөк урын юҡ”, - ти ул.
Прививканың икенсе этабы алдынан табип үҙе өсөн анализ тапшырасағын һәм ҡанда хасил булып өлгөргән антиматдәләрҙең күләмен беләсәген хәбәр итте.

Инесса Әхмәҙуллина оло йәштәге әсәһен һәм ҡыҙын да сирҙән аралауына инана. Вакцинациялауҙың пандемиянан ҡотолоуҙың төп юлы икәнлегенә ышана.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанға 14 мең самаһы вакцина дозаһы ҡайтарылған, ә йыл аҙағына тиклем был күләм миллионға тиклем еткереләсәк. Прививка эшләткән кешеләр – 7500 самаһы, тәү сиратта һүҙ табиптар, уҡытыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, социаль тармаҡта эшләүселәр хаҡында бара.
Фото видеоһынан скриншот.

Читайте нас