Сәләмәт булайыҡ
16 Ғинуар 2021, 15:30

"Ике балам хаҡына..."

Дүртенсе йыл инде яман шеш сире менән көрәшкән ҡатынға коронавирус йоҡҡан...

Был шат күңелле, һөйкөмлө, йөҙөнән йылмайыу китмәгән ҡатынға ҡарап, үҙеңдең дә кәйефең күтәрелеп китә. Уның ошо йәшендә ҙур тормош ҡатмарлыҡтары, билдәһеҙлек, икеләнеүҙәр аша үткәнен һис кенә лә башыңа килтерә алмайһың.
Көслө рухлы ҡатын бына дүртенсе йыл инде күкрәк яман шеше сире менән көрәшә. Ике балаһы хаҡына ул бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, һауығырға тырыша. Ошо ваҡыт эсендә әллә күпме химия терапияһы курстары үтә, Израилдә дауалана, операция яһата. Ә былтыр гормон терапияһын тәғәйенләйҙәр. Коронавирус пандемияһы артабан дауаланыу пландарын боҙа яҙа, бәхеткә ҡаршы, быныһын да еңеп сығалар. Яҡындары һәм республиканың кеше ҡайғыһына битараф булмаған кешеләре ярҙамында ул әле лә ауыр сиргә ҡаршы көрәшеүен дауам итә.
Яңыраҡ Луиза Кәримова коронавирус инфекцияһын да еңгән. ”Эйе, ауырыраҡ булды, шулай ҙа бирешмәнем. Әлегә барыһы ла яҡшы”, - ти әсә. Беҙ көслө рухлы ҡатынға, хәстәрлекле әсәгә һәм донъяға йылмайып баҡҡан һылыуға яңы йылда тик шатлыҡтар кисереүен теләйбеҙ.
Фото:Vk.com
Читайте нас