Сәләмәт булайыҡ
15 Ғинуар 2021, 19:45

Ике пациент вафат

Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә был сир 302 кешелә раҫланған...

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы ҡорбандары артыуын дауам итә. Һуңғы тәүлектә тағы ике пациенттың сирҙән вафат булғаны теркәлгән.
15 ғинуарға алынған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, пандемия осоронда ковидтан 163 кешенең ғүмере өҙөлгәне билдәле.
Тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын 167 кеше эләктергән. Шулай итеп, сирҙе йоҡторғандарҙың дөйөм һаны республикала 21 569-ға етте. Әле дауаланыусылар һаны 5 218 тәшкил итә. Стационарҙарҙа ятҡандар арта – 826 пациент, амбулатор шарттарҙа 4 392 ауырыу дауалана. Тәүлектә 169 ауырыу һауыҡҡан.
Әлегә пневмонияға дусар булғандар һаны кәмемәй, 14 ғинуарҙа ғына 500-гә яҡын кешелә ошо диагноз раҫланыуы билдәле булды. Ә һуңғы тәүлектә пневмония 302 кешелә асыҡланған. Бөгөн 16 ауырыу үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған, 66 сирле ауыр хәлдә. Республикала битлек режимы дауам итә, үҙегеҙҙе лә, яҡындарығыҙҙы ла вирус йоғоуҙан һаҡларға тырышығыҙ.
Фото: News.myseldon.com
Читайте нас