Сәләмәт булайыҡ
16 Ғинуар 2021, 10:30

Кешеләрҙең һаулығы – төп хәстәрлек

Дүртөйлө районының Ивачев ауылында заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы.

Дүртөйлө районының Ивачев ауылында заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектына ярашлы төҙөлдө.
Яңы медицина пункты заман талаптарына яуап бирә: ҡорамалдар, мәғлүмәттәрҙе арауыҡта тапшырыу мөмкинлеген биргән электрокардиограф, стерилизатор, ҡандағы глюкоза, холестерин, гемоглобин кимәлен үлсәү өсөн анализатор, үпкәне яһалма елләтеү аппараты, кислород ингаляторы, пульсоксиметр бар. Фельдшерҙың эш урыны автоматлаштырылған.
“Иң мөһим эштәрҙең береһен тамамлауыбыҙға бик шатмын. Яңы ФАП заманса ҡорамалдар, техника менән тәьмин ителгән. Профилактика саралары уңайлы шарттарҙа уҙғарыласаҡ. Яҙ ФАП биләмәһен төҙөкләндереү, ҡоймалау, йәшелләндереү планлаштырыла”, – тине Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.
Фото: durtuli.bashkortostan.ru
Читайте нас