Ҡышҡы проблемаларҙың береһе – аяҡтарҙың артыҡ тирләүе. Халыҡ рецептары бынан ҡотолорға ярҙам итә.
Биш аш ҡалағы ҡоро ҡайын бөрөһөн 0,5 литр араҡыға һалығыҙ. Банканы ҡапҡас менән ябығыҙ һәм ун көнгә һыуытҡысҡа алып ҡуйығыҙ. Ике көнгә бер тапҡыр болғатып алырға онотмағыҙ. Әҙер булғас, уны мамыҡ дискы менән сылатығыҙ һәм көн һайын табан менән бармаҡ араһына һөртөгөҙ. Курсты кәмендә ике аҙна дауам итергә кәрәк.
Бер аш ҡалағы соданы 250 мл һыуҙа иретегеҙ. Был иретмә менән марля салфеткаларын сылатығыҙ һәм 40-50 минутҡа табанға һалығыҙ. Аҙаҡ аяҡты һалҡын һыу менән сайҡағыҙ. Процедураны кис һайын ике аҙна дауамында ҡабатлағыҙ.
Тасҡа бор кислотаһы порошогын һалығыҙ (дарыуханала ҡиммәт тормай). Ялан аяҡ уны ныҡ ҡына итеп тапағыҙ, кислота бармаҡтар араһына ла инерлек булһын. Аҙаҡ, порошокты йыумай ғына таҙа носки кейегеҙ һәм йоҡларға ятығыҙ. Был процедураны 10-15 тапҡыр, аҙнаһына ике-өс тапҡыр ҡабатларға кәрәк.
Бер аш ҡалағы ҡоро шалфей үләнен 400-500 мл ҡайнар һыуға һалабыҙ. 40 минуттан һөҙөп алабыҙ. Көнөнә бер тапҡыр ике аш ҡалағы эсегеҙ. Курсты өс аҙна дауам итегеҙ.
Ике литр эҫе һыуға (50-60 градус) 0,5 литр һыра ҡойоғоҙ. 10-15 минут аяғығыҙҙы тығып ултырығыҙ. Бер ай дауамында аҙнаһына ике тапҡыр ошолай эшләгеҙ.
Порошок хәленә тиклем иҙелгән ҡабыҡты носки эсенә ҡойоғоҙ һәм кейеп йоҡларға ятығыҙ. Иртән аяҡтарығыҙҙы һалҡын һыу менән сайҡатығыҙ. Процедураны 2-4 аҙна дауам итегеҙ.