Сәләмәт булайыҡ
17 Ғинуар 2021, 12:30

“Хәтер исемлеге” йәнә бер табипҡа артты...

Табип Ашығыс медицина ярҙамының үҙәк подстанцияһында эшләгән

Коронавирус инфекцияһы аяуһыҙ, яңы йылда ла ул ғүмерҙәрҙе ҡыйыуын дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вирусҡа ҡаршы көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәре араһында ла ҡорбандар булып тора.
Өфөнөң 8-се дауаханаһында табип Елена Ғәйнуллованың ковидтан һәләк булыуын хеҙмәттәштәре әсенеп хәбәр итә. Унда коронавирус диагнозы раҫланған. Табип Ашығыс медицина ярҙамының үҙәк подстанцияһында эшләгән, медицина хеҙмәткәрҙәренең “Действие” профсоюзы ағзаһы булып торған.
Шунан алда ғына 18-се ҡала дауаханаһының 47 йәшлек шәфҡәт туташы Айгөл Черепанованың вафат булыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Үкенесле “Хәтер исемлеге” тулыланыуын дауам итә. Бөгөн профессиональ бурысын үтәгәндә сир йоҡтороуҙан һәләк булғандар исемлегенә 1033 хеҙмәткәр индерелгән, шул иҫәптән ике тиҫтәгә яҡыны Башҡортостандан. Заман геройҙары тураһында яҡты иҫтәлек оҙаҡ йылдар буйы күңелдәрҙә йәшәр. Табиптың яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото:ProUfu порталы.
Читайте нас