Коронавирус буйынса бөгөнгө мәғлүмәттәр менән Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин таныштырҙы. 18 ғинуарға ҡарата 22068 раҫланған осраҡ теркәлгән. Һуңғы тәүлектә 166 кешелә инфекция асыҡланған.
– Үҫеш динамикаһы ошо һандарҙан артмай. Был хәлдең тотороҡланыуы тураһында һөйләй, – тине министр.
Әлеге ваҡытта дауаханаларҙа коронавирустан 805 кеше дауалана. Уларҙың 63-ө – интенсив терапия һәм реанимация бүлексәһендә, 18 кеше ИВЛ аппаратына тоташтырылған. ПЦР ысулы менән анализ алған 25 лаборатория эшләй.
Вакцинацияға килгәндә, яҡын арала күпләп дозалар килә башлаясаҡ. Оҙаҡламай 50 мең дана вакцина көтәбеҙ. Бөгөнгә ҡарата 14 мең доза “Спутник V” вакцинаһы алынған да.
– 17 ғинуарға ҡарата беренсе компонент 7,5 мең кешегә вакцина һалынды. Икенсе компонентты өс меңдән ашыу кеше алған. Прививкалар һалыу урындарын арттыра башланыҡ. Әле республикала уларҙың һаны 80-дән ашыу. Тейешле эш алып барыла, пункттарҙы йыһазландырабыҙ, – тине Максим Забелин.
Бынан тыш, Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки “Табипҡа” ҡушымтаһы аша ситтән тороп вакцинацияға яҙылыу мөмкинлеге бар.
– Бөгөнгә мөһим бурыс – кәрәкле инфраструктураны әҙерләү, был йәһәттән проблема булмаҫҡа тейеш. “Башфармация” бер юлы 600 мең доза вакцина ҡабул итә ала тип Рәсәй Хөкүмәтенә еткерҙек. Халыҡ араһында күпләп вакцинация башлау тураһында ҡарар ҡабул ителгәс, аңлатыу эше лә көсәйтелергә тейеш. Вакцинация – был беҙҙең ҡотолоу юлы. Кире осраҡта халыҡ сирләйәсәк һәм вафат буласаҡ. Быны аңларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.