Сәләмәт булайыҡ
18 Ғинуар 2021, 10:00

Һорауҙарығыҙға яуаптар бар!

Күпме кешегә вакцина яһаласаҡ; прививка тәртибе ниндәй; пенсионерҙарға ҡайҙа мөрәжәғәт итергә – коронавирусҡа ҡаршы прививка буйынса көнүҙәк һорауҙарға яуап бирәбеҙ.

Республикала COVID-19-ға ҡаршы киң вакцинациялау кампанияһы башланғаны мәғлүм. Әйтергә кәрәк, йәмәғәтселектә был ғәмәлгә бәйле төрлө һорауҙар, шиктәр күп, шуға күрә һеҙҙең ҡарамаҡҡа Республика СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәге баш табибы Рафаэль ЯППАРОВ һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш инфекционисы Дамир ВӘЛИШИНдың ҡайһы бер яуаптарын тәҡдим итәбеҙ. Белгестәр менән әңгәмәне “Панорама” журналы ойошторған.
  1. Күпме “Спутник V” вакцинаһы республикаға ҡайтарылған һәм нисә кешегә прививка яһарға иҫәп тотола?
  2. 1200 дозанан торған тәүге вакцина партияһы республикаға былтыр, 4 декабрҙә, ҡайтарылды. Гамалея фәнни-тикшеренеү үҙәге етештергән ике компонентлы Гам-КОВИД-Вак векторлы вакцинаһы менән 9 декабрҙә төбәктә коронавирустан вакцинациялау башланды.
    Әлеге ваҡытта Башҡортостанға 14 мең самаһы вакцина дозаһы ҡайтарылған, ә йыл аҙағына тиклем был күләм миллион ярымға еткереләсәк. Прививка эшләткән кешеләр – 7500 самаһы, тәү сиратта һүҙ табиптар, уҡытыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, социаль тармаҡта эшләүселәр хаҡында бара.
    Йыл аҙағына тиклем прививканы 1,5 – 2 миллион кешегә яһарға иҫәп тотола. Әлегә төп талап түбәндәгесә: прививка бығаса коронавирус менән сирләмәгән, организмында антиматдәрә булмаған йәки бик түбән кимәлдәге кешеләргә яһала.
    1. Вакцинациялау тәртибе ниндәй? Беренсе сиратта ул кемдәргә яһала?
    2. Коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау былтыр декабрҙә Иҫкәртеү прививкаларының милли календарына индерелде. Унда прививка кемдәргә яһарға тейешлеге аныҡ билдәләнгән.
      Тәүге категорияға коронавирус инфекцияһын йөрөтөүселәр менән йыш аралашыусылар инә: медицина һәм мәғариф ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре, социаль хеҙмәткәрҙәр, социаль учреждениеларҙа хеҙмәтләндерелеүселәр. Эш комплекслы, ойошҡан рәүештә башҡарыла.
      Артабан ошо уҡ беренсе категорияға индерелгән хроник сирле (йөрәк-ҡан тамырҙары, бронхо-үпкә сирҙәре, шәкәр диабеты) 60 йәштән өлкәнерәктәр инә. Тап ошондай кешеләр ковидты айырыуса ауыр үткәрә.
      Сираттағы категория – эске эштәр органдары, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы хеҙмәткәрҙәре. Артабан вакцина күләменә ҡарап башҡалар ҙа вакцинацияланасаҡ.
      1. Шулай итеп, прививка яһатыу өсөн пенсионерға ҡайҙа, ҡасан мөрәжәғәт итергә кәрәк?
      2. Республикаға вакцинаның сираттағы партияһы ҡайтарылыу менән, уны эшләтеүгә электрон сират аша яҙылыу мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ участка табиптары телефон аша саҡырасаҡ. Вакцина партияһы ҡайтыуы хаҡында яңылыҡ киң мәғлүмәт саралары, поликлиникалар, Дәүләт хеҙмәттәре порталы һәм башҡа сығанаҡтар аша таратыласаҡ.
        Фото: ria.ru
        Читайте нас