Сәләмәт булайыҡ
18 Ғинуар 2021, 11:30

Түҙемлектең дә сиге була

Нисек ғаиләләге бәхәсте хәл итергә, низағҡа еткермәҫкә? Алкоголгә йәки наркотиктарға бәйлелеге булған кешегә нисек ярҙам итергә? Түҙемлегегеҙ бөтһә, ғаиләлә көс ҡулланыу осраҡтары йышайһа, нимә эшләргә?..

26 һәм 27 ғинуарҙа, 11.00 – 14.00 сәғәттә ата-әсәләргә психологик ярҙам күрһәтеү телефоны буйынса (8-800-347-5000 ) ғаилә низағтарын, көндәлек тормошта көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү һәм хәл итеү, айырылышыуҙарҙы кәметеү йәһәтенән “Айыҡ ауыл-2020” бәйгеһе сиктәрендә “ҡыҙыу бәйләнеш” ойоштороласаҡ.
8-800-347-5000 телефоны буйынса шылтыратып, республикала йәшәүселәр башҡорт һәм рус телдәрендә төрлө белгестәрҙең консультацияһын тыңлай аласаҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошта шулай ҙа була: мөхәббәт менән ҡауышалар, эскелек сәбәпле айырылышалар. Республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты үткәргән һорау алыуҙар буйынса, бөгөн йәмғиәттә айырылышыуҙарҙың төп сәбәбе булып эскелек һәм наркомания тора. Был хаҡта респонденттарҙың 53 проценты белдергән.
Ысынлап та, тормошта миҫалдар тулып ята: ғаиләлә кемдеңдер насар ғәҙәтенә бәйле күпме балаларҙың һәм өлкәндәрҙең күҙ йәштәре түгелә, яҙмыштары ҡыйрала. Шуға күрә, әгәр ҙә ниндәйҙер насар ғәҙәттән бәйлелек проблемаһы ғаилә бәхетегеҙгә, шәхси хәүефһеҙлегегеҙгә, яҡындарығыҙҙың именлегенә янай икән, шулай булырға тейеш тип уйламағыҙ, ә мәсьәләне хәл итергә тырышығыҙ.
Нисек ғаиләләге бәхәсте хәл итергә, уны низағҡа еткермәҫкә? Нисек яҡындарығыҙ менән ярашырға өйрәнергә? Алкоголгә йәки наркотиктарға бәйлелеге булған кешегә нисек ярҙам итергә? Түҙемлегегеҙ бөтһә, ғаиләлә көс ҡулланыу осраҡтары йышайһа, нимә эшләргә?
Ошо һәм башҡа һорауҙарығыҙ булһа, юғары квалификациялы белгестәр һеҙгә ярҙам итергә әҙер. Бының өсөн түбәндә күрһәтелгән телефонға шылтыратыу фарыз: 8-800-347-5000.
Шылтыратыуҙар аноним, бушлай ҡабул ителә. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора.
Фото рәсми сығанаҡтан.
Читайте нас