Сәләмәт булайыҡ
18 Ғинуар 2021, 14:50

Яңы ҡорамал хеҙмәтләндереүҙе тиҙләтә

Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһында компьютер томографы эшләй башланы.

Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһында 80 рәтле спиралле Aquilion Lightning компьютер томографы эшләй башланы. 50 миллион һумлыҡ аппарат дауаханаға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә тапшырылды.
“Ябыҡ, сикләнгән урындарҙан ҡурҡҡан пациенттар яңы томографта тикшереүҙе еңел үткәрә. Технология хеҙмәтләндереүҙе лә, диагноз ҡуйыуҙы ла тиҙләтә”, – тине дауалау учреждениеһының баш табибы Айрат Рәхмәтуллин.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас