Яңы йыл башында Дүртөйлө районының Ивачев ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектына ярашлы барлыҡҡа килде.
Яңы медицина пункты заман талаптарына тулыһынса яуап бирә: бөтә тейешле ҡорамалдар килтерелгән, электрокардиограф, стерилизатор, ҡанда глюкоза, холестерин һәм гемоглобин кимәлен үлсәй торған анализатор, үпкәне яһалма елләтеү аппараты, кислород ингаляторы, пульсоксиметр бар. Фельдшер өсөн уңайлы автоматлаштырылған эш урыны булдырылған.
“Яңы йылға тиклем фельдшер –акушерлыҡ пунктын файҙаланыуға тапшыра алыуыбыҙға шатмын. Ул заманса ҡорамалдар һәм техника менән йыһазландырылды. Хәҙер иҫкәртеү саралары уңайлы шарттарҙа үткәреләсәк. Яҙ еткәс, уның тирә-яғын төҙөкләндерәсәкбеҙ - кәртәләп аласаҡбыҙ һәм йәшелләндерәсәкбеҙ,” - тине район хакимиәте башлығы Риф Йосопов.
Ивачев ауылы халҡы яңы медицина пункты асылыуына бик шат, хәҙер ҡалаға барып йөрөмәйенсә лә тәүге ярҙамды ошонда алып булыу мөмкинлегенә улар ҡәнәғәтлек белдерә. Яңы ФАП-та тәжрибәле фельдшер Регина Шәмсеуарова эшен дауам итәсәк. Уға Ивачев ауылында йәшәгән 500-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерергә тура киләсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға тәүге медик-санитар ярҙам алыуҙы яҡшыртыу, һәр кемдең медицина ярҙамынан файҙалана алыу мөмкинлеген арттырыу, кадрҙарға ҡытлыҡты хәл итеү бурысы ҡуйылды.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.