Мәғлүм булыуынса, ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса бөгөндән, 18 ғинуарҙан, халыҡты коронавирус инфекцияһына ҡаршы киң вакцинациялау кампанияһы башланды.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанға 14 мең самаһы вакцина дозаһы ҡайтарылған, ә йыл аҙағына тиклем был күләм миллион ярымға еткереләсәк.
Әлегә прививка эшләткән кешеләр 7500 самаһы, тәү сиратта һүҙ табиптар, уҡытыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, социаль тармаҡта эшләүселәр хаҡында бара.
Тәү сиратта иммунизацияны хәүеф зонаһында булған кешеләр – хроник сирҙәре булғандар үтергә тейеш.
Әгәр быға тиклем прививка башлыса һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәһендә эшләгәндәргә яһалһа, хәҙер вакцина бөтәһе өсөн дә бар. Процедура ике этапта үтә, пациентҡа вакцинаның ике компоненты яһала. Уны эшләү алдынан кешегә мәғлүмәт бирелә - прививканың аллергия реакцияһы тыуҙырыу, башҡа кире яҡтары килеп сығыу ихтималлығы хаҡында әйтелгән.
Коронавирус инфекцияһына ҡаршы тотороҡло иммунитет тыуһын өсөн прививканы ике йыл һайын ҡабатлап эшләтеп тороу фарыз.
Республиканың СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәге табиб-эпидемиологы Зөһрә Даянова фекеренсә, коронавирус инфекцияһының артабан таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн кешеләрҙә коллектив иммунитет тыуҙырыу зарур.
"Әгәр ҙә халыҡтың 80 һәм унан күберәк процентының иммунитеты булһа, сир артҡа сигенәсәк. Әммә иммунитет кешеләр сирҙе үткәргәндән һуң хасил була ул тип көтөп ултырһаҡ, пандемия тағы ла оҙаҡҡараҡ һуҙыласаҡ. Унан һуң, сирҙең эҙемтәләре лә кешеләрҙең сәләмәтлегендә сағылмай ҡалмай. Шуға күрә вакцинация бик мөһим, кәрәкле. Ул – коллектив иммунитет тыуҙырыуҙың тиҙ һәм ышаныслы юлы", – ти ул.