Сәләмәт булайыҡ
20 Ғинуар 2021, 14:30

Биш меңдән ашыу ауырыу дауалана...

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары вакцинациянан һуң да сирләү осраҡтары булыу ихтималлығы тураһында белдерҙе.

Бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы таралыуы буйынса мәғлүмәттәрҙе йәнә яңыртты. Һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡторғандар 168-гә артып, бөтәһе 22 403 кеше тәшкил итте. 164 ауырыу һауыҡҡан.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сирҙе йоҡторған бер пациентты табиптар ҡотҡара алмаған. Шулай итеп, пандемия осоронда вирус ҡорбандары 167-гә етте.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 803 пациент сир менән көрәшә, 4 526 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова кисә коронавирус таралыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән брифингта вакцинациянан һуң да сирләү осраҡтары булыуы тураһында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, ауырыуҙарҙың бөтәһе лә сирҙе еңел үткәргән, дауаханаға һалыуҙың кәрәге булмаған. Һүҙ бында Спутник-V вакцинаһы тураһында бара. Табип уны башҡа вакциналар менән дә сағыштырҙы. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, киҙеүгә ҡаршы яһатылған прививка ла йөҙ процентлыҡ яҡлау бирмәй, сөнки вирус мутациялары башҡалар менән ҡушылып, яңы штамдар барлыҡҡа килтерә.
Илдә вакцинациялау дауам итә. Үҙегеҙҙе генә түгел, яҡындарығыҙҙы ла сирҙән һаҡларға уйлаһағыҙ, прививка яһатырға ашығығыҙ. Уны яһатыу, иҫкәрмәләр, ҡаҙатыу шарттары менән уҡыусыларыбыҙҙы таныштырыуҙы артабан да дауам итәсәкбеҙ.
Фото:NewsBash.
Читайте нас