Сәләмәт булайыҡ
21 Ғинуар 2021, 08:00

“ Беҙҙә “еңел” ауырыуҙар юҡ”

"Мин бер кемде лә прививка яһарға өгөтләмәйем. Һәр кем үҙе өсөн ҡарар ҡабул итергә тейеш. Әгәр ҙә үҙегеҙҙе, эргәгеҙҙәге кешеләрҙе сир йоғоуҙан ҡурсаларға теләһәгеҙ, вакцина яһатырға кәрәк..."

Республикала үткән йылдың 9 декабрендә яңы коронавирус инфекцияһынан вакцинациялау башланды. Тәү башлап прививканы үҙҙәрендә һынап ҡараған табиптар менән һөйләшеп ҡарарға булдыҡ.
Флорид Хисамиев Зубов ҡасабаһындағы ковид-госпиталь бүлексәһе мөдире булып эшләй. Утыҙ йәшлек егет былтыр 16 октябрҙә прививка яһатҡан. “Тәүге көндән үк прививка яһатырғамы, юҡмы тип оҙаҡ икеләнмәнем, - ти госпиталь асылғандың беренсе көндәренән ошонда эшләгән табип. - Беҙ бында сирҙең еңел формаларын осратмайбыҙ. Сирленең уртаса ауыр торошо – сағыштырмаса яҡшы һанала. Бик күп сирлеләр үҙаллы тын ала алмай, кислород битлеге кейергә мәжбүр була, аҙаҡ оҙайлы реабилитация үтергә тура килә. Бындай пациенттар ковид эләктергәнгә тиклемге тормошҡа тиҙ генә ҡайта алмай. Хатта сатурация күрһәткестәре, анализдар нормала булыуына ҡарамаҫтан. Улар оҙаҡ ҡына хәлһеҙлек тоя, тын ҡыҫылыуы күҙәтелә. Ҡайһылары айҙар буйы тәм тоймай, һиҙемләү юғала. Нигеҙҙә шәкәр диабетына дусар һәм кәүҙә ауырлығы артыҡ булған өлкәндәр сирҙе ауыр үткәрә. Ауырыуҙар араһында йәштәр ҙә етерлек. Беҙ пациенттарҙың нисек яфаланып үлеүен күрәбеҙ. Шуға күрә тәү сиратта хәүеф төркөмөндә торған кешеләр прививка яһатырға тейеш.”
Табипҡа вакцинаның тәүге компонентын Өфөләге 52-се поликлиникала яһағандар. “Тотош алғанда, прививканы еңел үткәрҙем. Икенсе көнгә температура 37,5 градусҡа күтәрелде, һалҡын тейгәндәге кеүек хәлһеҙлек, энә ҡаҙаған урында ауыртыу һиҙелде. Парацетомол дарыуы эстем, - ти Флорид. - Икенсе инъекцияны декабрь башында яһанылар. Тәүге тапҡыр вакцина яһатҡандағы кеүек тойҙом үҙемде, шул уҡ хәлһеҙлек... Был юлы ауырһыныу еңелерәк үтте, эшләргә лә ҡамасауламаны. Бер ни тиклем ваҡыт уҙғандан һуң вирусҡа антиесемдәр барлыҡҡа килде.”
- Тимәк, һеҙҙе хәҙер ковид ҡурҡытмай инде...
- Әлбиттә, ышаныс арта төштө. Тик мин тәү сиратта үҙем өсөн түгел, ә яҡындарым, пациентар өсөн борсолдом. Мин бер кемде лә прививка яһарға өгөтләмәйем. Һәр кем үҙе өсөн ҡарар ҡабул итергә тейеш. Әгәр ҙә үҙегеҙҙе, эргәгеҙҙәге кешеләрҙе сир йоғоуҙан ҡурсаларға теләһәгеҙ, вакцина яһатырға кәрәк.
- Флорид, ысынлап та, бер ҙә икеләнмәнегеҙме?
- Икеләнеүҙәр булды. Беҙ бит тәүгеләр булып вакцина яһаттыҡ. Әммә яҡындарыбыҙға сирҙе йоҡтороу хәүефе өҙлөгөүҙәрҙән ҡурҡыуға ҡарағанда ҙурыраҡ булды.
Фото:”Башинформ”.
Читайте нас