Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 167 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 22 570-кә етте. Һауыҡҡандар – 17 189 (һуңғы тәүлектә 282 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 169.
Республика стационарҙарында – 802 (шул иҫәптән 58 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 14-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 4410 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 2 211 576 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 10 595.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 215 ауырыу асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 179 кеше дауахананан сығарылған.
Уяулыҡты юғалтмағыҙ - вирустың үтә мәкерле һәм аяуһыҙ икәнлеген иҫтән сығармағыҙ, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ.