Сәләмәт булайыҡ
22 Ғинуар 2021, 14:00

“Бер-беребеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ”

Башҡортостандың Ҡоролтай – Дәүләт Йыйылышы депутаты Владимир Нагорный, пандемия осоронда үҙеңде һәм башҡаларҙы ҡәһәрле вирустан ҡурсалауҙың төп юлы – прививка яһатыуҙа, тип иҫәпләй.

Республикала COVID-19-ға ҡаршы киң вакцинациялау кампанияһы башланғаны мәғлүм. Башҡортостандың Ҡоролтай – Дәүләт Йыйылышы депутаты Владимир Нагорный ҙа, пандемия осоронда үҙеңде һәм башҡаларҙы ҡәһәрле вирустан ҡурсалауҙың төп юлы – прививка яһатыуҙа, тип иҫәпләй. Ул 2-се Республика клиник дауаханаһында иммунизацияның тәүге этабын үткән.
Мәғлүм булыуынса, процедура ике этапта үтә, ғәмәл препараттың ике компоненты менән вакцинациялауҙан тора. Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 1,5 миллион самаһы кешегә коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһау планлаштырыла.
– Тотош илдә киң вакцинациялау кампанияһы башланғанға күрә, прививка эшләтеүҙе үҙемдең бурысым тип ҡабул иттем. Унан тыш, экспресс-тест минең организмда коронавирусҡа ҡаршы антиесемдәрҙең булмауын күрһәтте. Тимәк, мин теләһә ҡайһы ваҡытта сирләп китеүем ихтимал.
Әлбиттә, был сара тәү сиратта үҙемде һәм яҡындарымды бәләнән ҡурсалау юлы булһа ла, вакцинациялау - ниндәйҙер кимәлдә тотош дәүләт мәсьәләһе лә, сөнки беҙ бер-беребеҙҙе һаҡларға, пандемияны тиҙерәк еңергә тейешбеҙ, – ти Владимир Нагорный.
Фото: видеонан скриншот.
Читайте нас