Сәләмәт булайыҡ
22 Ғинуар 2021, 13:00

Депутаттан ҙур бүләк

Сибай ҡалаһының бала табыу йортона сабыйҙар өсөн бик кәрәкле 10 ҡиммәтле аппарат ҡайтарылды.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаров Сибай үҙәк дауаханаһының бала табыу йортона бәпестәрҙең тын алыуын көйләгән махсус мониторҙар һатып алырға ярҙам итте. Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылының ошондай ҙур бүләктән башланыуына табиптар ифрат ҡыуана.
Сибай ҡала хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова белдереүенсә, Денис Назаровтың был аҙымы хуплауға лайыҡ, депутаттың кескәйҙәр яҙмышы өсөн борсолоуы, уларға иң кәрәкле медицина ҡоролмалары алып биреүенә ата-әсәләр ҙә, бала табыу йорто коллективы ла бик шат.
Аппарат Snuza Hero апноэ датчиктары яңы донъяға килгән сабыйҙарҙың тын алыуын көйләү өсөн тәғәйенләнгән. Ҡапыл бала тын алыуҙан туҡтауы ла ихтимал, тап ошо ваҡытта ауырлығы ни бары 32 грамм булған ҡорамал ярҙамға килә лә инде. Тимәк, 10 сабыйҙы киҫкен осраҡта ҡотҡарыу мөмкинлеге тыуҙырылған.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтың был матур башланғысын башҡа депутаттар ҙа күтәреп алыр, тип ышанғы килә.
Фото: "Сибайский рабочий" гәзитенән.
Читайте нас