Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 168 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 22 738-гә етте. Һауыҡҡандар – 17 230 (һуңғы тәүлектә 41 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 171. Һуңғы тәүлектә тағы ла ике кеше вафат булған.
Республика стационарҙарында – 659 (шул иҫәптән 55 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 14-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 4678 кеше дауалана. Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 2 222 324 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 10 748.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 216 ауырыу асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 127 кеше дауахананан сығарылған.
Уяулыҡты юғалтмағыҙ - вирустың үтә мәкерле һәм аяуһыҙ икәнлеген иҫтән сығармағыҙ, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ.