Сәләмәт булайыҡ
23 Ғинуар 2021, 17:00

"Кем беҙгә эйәрер?"

Ирекмәндәр үҙҙәренең өлгөһөндә стәрлеләрҙе прививка яһатырға саҡыра.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 600-ҙән ашыу кеше прививка яһатҡан. Ике компонентлы вакцина Н.Ф. Гамалея исемендәге Рәсәй микробиология һәм эпидемиология үҙәгендә эшләнгән. Икенсе компонент тәүгеһенән 21 көн үткәс яһала.
Табип-эпидемиолог Гөлшат Вәлиева әйтеүенсә, прививка эшләр алдынан пациентты табип тикшерә. Энә ҡаҙағандан һуң да кеше ярты сәғәт табип күҙәтеүе аҫтында була.
Бөгөн коронавирус инфекцияһынан прививканы 1-се ҡала клиник дауаханаһының икенсе корпусындағы поликлиникала оператив ирекмәндәр штабы етәксеһе, Стәрлетамаҡ ҡала Советы депутаты Азат Кускилдингә һәм Стәрлетамаҡ күп профилле колледжы студенты, ирекмән Анна Быковаға яһанылар.
- Яңы йыл башланыу менән коронавирус инфекцияһы таралыу проблемаһы бер ҡайҙа ла юғалманы. Бары вакцина ғына киләсәккә ышаныс менән ҡарарға мөмкинлек бирә. Яҡташтарымды прививка яһатырға саҡырам. Ни тиклем тиҙерәк эшләһәк, шунса йәһәтерәк инфекция таралыуын туҡтата алырбыҙ һәм элекке ғәҙәти тормошҡа әйләнеп ҡайтырбыҙ, - тине Азат Мәғәфүр улы. Ирекмән Анна Быкова күп кешеләр менән аралашырға тура килеүен, шуға күрә үҙен дә, башҡаларҙы ла хәүефтән аралау өсөн прививка яһатырға ҡарар итеүен әйтте.
- Беҙ - ҡалалағы оператив штаб ирекмәндәре. Штаб етәксеһе булараҡ, ирекмәндәр эшмәкәрлеге һәм хәйриә проекттары партнерҙары менән бергәләп эшләүҙе көйләйем. Ирекмәндәр көн һайын ярҙамға мохтаждарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар илтә. Штаб 2020 йылдың апреленән "нон-стоп" режимында эшләй. Ошо осор эсендә 11 меңдән ашыу заявка ҡабул иттек. Тәүгеләрҙән булып прививка яһатып, вирус таралыуын туҡтатыу өсөн өлгө күрһәтмәксе булдыҡ, - тип белдерҙе Күскилдин.
Фото: оператив ирекмәндәр штабы.
Читайте нас