Сәләмәт булайыҡ
23 Ғинуар 2021, 09:30

Коронавирустан һаҡланам тиһәгеҙ...

Вакцинаның тәүге компонентын ғына ҡаҙаған осраҡта йәки дөрөҫ һаҡланмаған вакцина яһалғанда нимә булыуы ихтимал? Сир үткәргәндәргә прививка яһарға яраймы? Коронавирусты билдәһеҙ кисергәндәргә нимә эшләргә?

Республикала COVID-19-ға ҡаршы киң вакцинациялау кампанияһы башланғаны мәғлүм. Әйтергә кәрәк, йәмәғәтселектә был ғәмәлгә бәйле төрлө һорауҙар, шиктәр күп, шуға күрә һеҙҙең ҡарамаҡҡа Республика СПИД һәм йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәгенең баш табибы Рафаэль ЯППАРОВ һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш инфекционисы Дамир ВӘЛИШИНдың сираттағы ҡайһы бер һорауҙарға биргән яуаптарын тәҡдим итәбеҙ.
  1. Кеше вакцинаның тәге компонетын ғына алған осраҡта йәки уға дөрөҫ һаҡланмаған вакцина яһалғанда нимә булыуы ихтимал?
  2. Беренсенән, медицина ойошмаларының бындай прививканы яһарға хоҡуғы юҡ. Икенсенән, кеше тәүге вакцина ҡаҙағандан һуң сирләп китһә, прививка һуңыраҡ ваҡытҡа күсерелә. Шуға күрә, һаҡланыу сараларын онотмау мөһим: битлек кейергә кәрәк, санитар талаптарҙы инҡар итергә ярамай, сөнки был осорҙа кеше сиргә айырыуса тиҙ бирешеүсән.
    1. Кемдәр сир үткәргән, уларға прививка яһарға яраймы? Коронавирусты билдәһеҙ кисергәндәргә нәмә эшләргә?
    2. Әлеге ваҡытта сир үткәргәндәргә вакцина яһалмай. Киләсәктә организмдағы антиматдәләргә ҡарап хәл ителәсәк. Кемдер сирҙе билдәһеҙ үткәргән икән, тимәк, уның организмында антиматдәләр аҙ, шуға ла прививка яһатыу отошлораҡ.
      1. Вакцина эшләткән кешенең хәл-торошон күҙәтеү ойоштороламы?
      2. Һәр прививка эшләткән кешегә көндәлек асыла. Ул берҙәм электрон системаға индерелә. Ниндәйҙер ҡатмарлыҡтар тыуған осраҡта, был шунда уҡ системала сағылыш табасаҡ, быны хатта Мәскәүҙә лә белеп торасаҡтар. Аҙаҡ барлыҡ мәғлүмәт клиник һынауҙарға һығымта яһағанда иҫәпкә алынасаҡ.
        Фото: rbk.ru
        Читайте нас