Сәләмәт булайыҡ
23 Ғинуар 2021, 12:30

Учалыла Сәләмәтлек көнө уҙҙы

Иманғол мәктәбендә уҡыусылар өсөн ҡышҡы уйындар ойошторолдо.

Бөгөн Учалы районының бөтә мәктәптәрендә лә “Сәләмәтлек көнө” уҙғарылды. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға арналған сараларҙа төрлө уйындар, спорт ярыштары ойошторолдо.
Советтар Союзы Геройы Жәүҙәт Сөнәғәтуллин исемендәге Иманғол урта мәктәбендә лә 1-6-сы класс уҡыусылары өсөн ҡышҡы уйындар уҙғарылды. Балалар саф һауала рәхәтләнеп сана шыуҙы, саңғыла йөрөнө, эстафетала көс һынашты.
- “Сәләмәтлек көнө” бик күңелле үтте. Әлбиттә, бөгөн еңеүсе йәки еңелеүсе булманы, барыһы ла яҡшы кәйеф алып таралышты, - ти мәктәптең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ләйсән Бүләкова.
7-11-се класстар өсөн бөгөнгө көн “Һөнәр һайлауҙа йүнәлеш көнө” булараҡ билдәләнде. Сығарылыш класс уҡыусылары республиканың юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән онлайн форматта осрашты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алды.
Бар саралар ҙа санитар-эпидемиологик һәм хәүефһеҙлек талаптарын күҙәтеп ойошторолдо.
Фото: Иманғол мәктәбе сайтынан.
Читайте нас