Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 168 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 22906-ға етте. Һауыҡҡандар – 17334 (һуңғы тәүлектә 104 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 171.
Республика стационарҙарында – 541 (шул иҫәптән 55 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 14-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 4860 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 2233296 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 10972.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 241 ауырыу асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 238 кеше дауахананан сығарылған.
Уяулыҡты юғалтмағыҙ - вирустың үтә мәкерле һәм аяуһыҙ икәнлеген иҫтән сығармағыҙ, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ.