Сәләмәт булайыҡ
25 Ғинуар 2021, 09:30

Коронавирус буйынса хәл тотороҡланды

Дауаханалар яйлап элекке эш тәртибенә күсә башлай.

Коронавирусҡа бәйле һуңғы хәлдәр нисек? Был турала һәр ваҡыттағыса оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.
Пандемия башланыу менән коронавирус инфекцияһының 23242 осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә сирлеләр һаны 168 кешегә артҡан. 17 меңдән ашыу кеше һауыҡҡан – был дөйөм сирләгән кешеләрҙең 75 проценты. Дауаханаларҙа 543 кеше дауалана, уларҙың 15-е үпкәһен яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Министр белдереүенсә, дауаханаларҙа ковид менән сирлеләр өсөн 6300 урын әҙерләнгән. Бөгөн уларҙың 68 проценты тулы.
Башҡортостанда февраль аҙағына тиклем яйлап дауаханалар базаһында асылған ковид урындары һанын кәметә башлаясаҡтар. Бөгөн Зубов ауылындағы йоғошло ауырыуҙар госпиталендә – 193, Стәрлетамаҡта 72 кеше дауалана. 25 ғинуарҙан алып 450 урын бушатыласаҡ, һәм дауаханалар үҙ йүнәлеше буйынса эшен дауам итәсәк. 15 февралгә тиклем был урындар дөйөм алғанда меңгә кәмейәсәк.
– Баш ҡаланың 5-се һәм 10-сы дауаханалары ғәҙәти эш режимына әйләнеп ҡайтты. Урындар эпидемиологик хәлгә ҡарап бушатыла барасаҡ, – тине Максим Забелин.
29 ғинуарҙан Өфөлә БДМУ клиникаһы, 1 февралдән 10-сы ҡала дауаханаһы, 14 февралдән Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы пациенттарҙы үҙ йүнәлеше буйынса планлы госпиталләштереүгә әҙер буласаҡ. Райондарға килгәндә, 29 ғинуарҙан Ҡыйғы, Учалы, Баймаҡ, 1 февралдән Иглин, Благовещен, Мәләүез район үҙәк дауаханалары һәм Октябрьский ҡалаһы дауаханаһы халыҡты планлы ҡабул итә башлаясаҡ.
Тағы бер күңелле яңылыҡ: Башҡортостанда ОРВИ һәм грипп менән сирләү 30 процентҡа кәмегән. Ә пневмония менән сирләгәндәр һаман юғары кимәлдә ҡала. Эксперттар фекеренсә, Башҡортостанда коронавирус менән сирләү буйынса хәл тотороҡланған.
Вакцинациялауға килгәндә, Радий Хәбиров министрлыҡҡа халыҡҡа коронавирустан күпләп прививка яһау өсөн инфраструктураны әҙерләргә ҡушты.
Әле республикаға 13842 доза вакцина килгән. Беренсе компонентты бөтәһенә лә һалғандар. Икенсе компонентты әле 38,5 процент кеше алған.
– Ғинуар-февраль айҙарында 151 мең доза вакцина көтәбеҙ. Уларҙы 72 медицина учреждениеһында һалдырып буласаҡ, өҫтәмә 13 урын асылыуға әҙерләнә. Мобиль пункттар ҙа буласаҡ, улар предприятиеларҙа урынлашасаҡ. Бындай тәүге тәжрибә бар – прививканы социаль учреждение хеҙмәткәрҙәренә барып һалдырғайныҡ, – тине министр.
Читайте нас