Сәләмәт булайыҡ
25 Января 2021, 14:00

Вакцина хаҡында белергә кәрәк!

“Спутник V” вакцинаһы һәм уны етештереү тураһында нимәләр мәғлүм? Прививка тәьҫире күпмегә етә? Шәхси клиникалар сит ил вакцинаһын һатып алыуы ихтималмы?

Республикала COVID-19-ға ҡаршы киң вакцинациялау кампанияһы башланғаны мәғлүм. Әйтергә кәрәк, йәмәғәтселектә был ғәмәлгә бәйле төрлө һорауҙар, шиктәр күп, шуға күрә һеҙҙең ҡарамаҡҡа Республика СПИД һәм йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәге баш табибы Рафаэль ЯППАРОВ һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш инфекционисы Дамир ВӘЛИШИНдың сираттағы һорауҙарға яуабын тәҡдим итәбеҙ.
  1. Шәхси клиникалар, мәҫәлән, сит ил вакцинаһын һатып алыуы ихтималмы?
  2. Әлегә вакцина һатылмай, был мөмкин түгел. Шәхси клиникалар вакцинаны Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешеү нигеҙендә, ошо урында беркетелгән кешеләр өсөн алыуы ихтимал. Әммә вакцинациялауҙы барыбер бушлай эшләргә тейештәр.
    Унан тыш, шәхси клиникалар вакцинациялауҙы лицензиялау, уны ташыу, мәғлүмәттәрҙе Һаулыҡ һаҡлау тармағындағы Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһында теркәү талаптарын үтәргә тейеш. Сит ил вакциналарына килгәндә, әлеге ваҡытта уларҙы Рәсәйҙә ҡулланыу өсөн рөхсәт юҡ. Ә теркәлмәгән препараттарҙы ҡулланыу законды боҙоуҙы аңлата һәм бының өсөн яза ҡаралған.
    Әлеге ваҡытта сит ил вакциналарына һынау үткәрелә, шул иҫәптән Оксфордтыҡына (AstraZeneca тип атала) һәм Ҡытай препараттарына. Уларҙың һөҙөмтәһенә ҡарап ҡарар ҡабул ителәсәк.
    Һәр хәлдә, AstraZeneca вакцинаһын етештереүселәр ағымдағы йылдың мартында вакцинаны Рәсәйҙә ҡулланыу өсөн теркәлеү танытмаһын алырға өмөтләнә. Һәр вакцинаны киң ҡуллана башлар алдынан уның хәүефһеҙлеген һәм сифатын баһалау мөһим.
    Вакцинаның төп сифат критерийы – иммуногенлығы, йәғни антиматдә эшләп сығарыу һәләте.
    1. “Спутник V” вакцинаһы һәм уны етештереү тураһында нимәләр мәғлүм?
    2. Рәсәй вакцинаны донъяла тәүге булып теркәне, был хәл 2020 йылдың 11 авгусында булды. Унан ирекмәндәрҙә уның иммуногенлығы һәм хәүефһеҙлеге тикшерелде, өсөнсө этапта төрлө төбәктәрҙә йәшәгән табиптарға һәм педагогтарға яһалды.
      Вакцинанан һуң ҡатмарлылыҡтар тыуыуҙың бер осрағы ла теркәлмәгән. “Спутник V” вакцинаһының иммуногенлығы 93-95% тәшкил итә. Уны тейешле үләмдә етештереү өсөн махсус производство майҙансыҡтары кәрәк. Шуға ла етештереү күләме эҙмә-эҙлекле арттырыла.
      Шул уҡ киҙеүҙе алғанда ла, технологияһы йылдар дауамында билдәләнгән. Ә был – яңы технологиялар, яңы ҡорамалдар тигәнде аңлата. Унан вакцинаны һаҡлау талаптары үтә ҡаты: был препарат тотороҡло һаҡланһын, транспортировкалау һәм һаҡлау осоронда сифаттарын юғалтмаһын өөсөн эшләнә.
      “Спутник V” вакцинаһын һаҡлауҙың температура режимы минус 18 градустан да юғарыраҡ булмаҫҡа тейеш. Унан тыш вакцина стандартлаштырылған: ҡайҙа ғына етештерелмәһен, уларҙың абсолют бер төрлө булыуы зарур.
      Иҡтисади фактор –вакцинаның хаҡы ла мөһим. Гамалея үҙәге етештерелгәне әлегә донъяла иң арзаны булып ҡала: ике компонент өсөн 29 доллар самаһы.
      Вакцинациялау сирҙең ҡатмарлы осраҡтары барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймай, хатта кеше ауырыған осраҡта ла, сир еңел кисереләсәк.
      1. Прививка тәьҫире күпмегә етә?
      2. Гамалея исемендәге фәнни-тикшеренеү институты етәксеһе, академик Гинзбург, вакцина ике йыл дауамында тәьҫирле буласаҡ, тип белдерә.
        Фото: ria.ru
        Читайте нас