Сәләмәт булайыҡ
25 Ғинуар 2021, 14:15

Ярты йылда ике меңгә яҡын кеше тикшерелгән

“ДИАКОМ” һанлы рентген-ҡулайламаһы Красноусол үҙәк район дауаханаһына былтыр июндә тапшырылғайны.

“ДИАКОМ” һанлы рентген-ҡулайламаһы Красноусол үҙәк район дауаханаһына былтыр июндә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү, балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең заманса инфраструктураһын булдырыуҙы индереп” федераль проекты нигеҙендәге “Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы тапшырылғайны.
Ярты йыл эсендә табиптар ике меңгә яҡын кешене ошо аппарат менән тикшергән.
– Ҡулайлама яһаған һанлы рентгенограмма, патология булған осраҡта, пациенттың электрон медицина картаһына индерелә, һәм ул мөрәжәғәт иткән һәр табип был мәғлүмәтте ҡарай ала. Был арауыҡта уҙғарылған консультациялар өсөн бик уңайлы, – тине медицина учреждениеһының баш табибы Алик Йәнешев.
Рентгенограмма эштең һөҙөмтәлелеген арттыра, етешһеҙлектәрҙән арындыра. Күсермәне ҡайтанан яһарға кәрәкмәй, пациенттар нурланыш миҡдарын аҙ ала, ваҡыт экономиялана.
Фото: health.bashkortostan.ru
Читайте нас