Сәләмәт булайыҡ
26 Ғинуар 2021, 13:00

“Мин прививка яһаттым!” – ти Зөһрә Гордиенко

Вакцинациялау – үҙеңде һәм яҡындарыңды һаҡлауҙың берҙән-бер ысулы

Күптән түгел, республикабыҙҙың ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтары араһында беренсе булып, Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зариповтың коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыуы тураһында әйткәйнек. Шул ҡыуаныслы, Артур Мөхлис улы үҙен бик яҡшы тоя. Артур Зариповтың өлгөһөнә эйәреп, Ҡыйғы районының хакимиәт башлығы Зөһрә Гордиенко ла коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтеүе хаҡында “Бәйләнештә” селтәрендә хәбәр иткән.
– Вакцинациялау – үҙеңде һәм яҡындарыңды һаҡлауҙың берҙән-бер ысулы, – тигән Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы. – Мин прививка яһаттым, ҡушылығыҙ!
Фото: З. Гордиенконың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.
Читайте нас